0%

Урманда байрам(шиғыр). В.Йәнбәков

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Урманда байрам ( шиғыр )
автор В.Йәнбәков
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Урманда байрам


 Ни булған был кейектәргә:
 Кем уҙарҙан ҡыуышалар,
 Һикерешә-сабышалар,
 Һөйрәлешә-шыуышалар.
 Ана айыу, ҡото осоп,
 Алпан-толпан китеп бара.
 Ә төлкөнөң, хәйләкәрҙең,
 Ут-ҡойроғо ялт-йолт итә.
 Бейек үлән араһынан
 Күренгеләп-балҡып китә.
 Ботаҡтан ботаҡҡа ырғый
 Елдәй етеҙ һеләүһендәр.
 Еүеш ерҙә бил турайта
 Йылан, ҡуңыҙ, селәүсендәр...
 һәр ҡайһыһы юлды күҙләй,
 Йәшенергә урын эҙләй.
 Сәпсек, турғай сырылдаша,
 Шөрләүенән иңкеш безләй,
 Ни булған был януарҙарға:
 Кем уҙарҙан ҡыуышалар,
 Һикерешә-сабышалар,
 һөйрәлешә-шыуышалар.
 Урманда хәбәр таралған,
 Әллә ысын, әллә ялған:
 һунарсы килә, имеш, ти,
 Үҙе уҫал һәм еңмеш, ти.
 Ҡарағыҙсы: һунарсының
 Ялтлай мылтыҡ-аппараты,
 Мылтыҡ тотҡан шул яуыздың
 Алдан атлай яманаты...
 Ашыҡмағыҙ, һаҡ булығыҙ,
 Дошман яңғыҙ түгел икән,
 Эргәһендә юлдашы бар —
 Оҙон ҡолаҡ — ҡуян икән.
 Ҡуян әйткәс, туҡтағыҙ, тип,
 Беҙҙән һис тә ҡурҡмағыҙ, тип,
 Арыҫландың арыҫланы
 Шып туҡтаны — ҡарышманы!
 Ҡуян батыр тамам шашты,
 Эре генә алға баҫты:
 — Бер туғандай — бөтәбеҙ, — ти, —
 Беҙ фотоға төшәбеҙ, — ти.
 Баҡһаң, кейектәр дошманы
 Шәп һунарсы булып сыҡты:
 Януарҙарҙың береһен артҡа,
 Береһен алға ҡуйып сыҡты.
 Ҙур урманда — бөгөн байрам,
 Байрам һаман дауам итә.
 Һунарсының аппараты
 Януарҙарҙы хайран итә.

 


1988 йыл